Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДОКИЧЕВ Владимир Анатольевич

Просмотров: 878

ДОКИЧЕВ Владимир Анатольевич (4.11.1953, Вологда өлкәһе Суда ст.), химик‑органик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Органик химия институтында эшләй: 1995—2005 йй. директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1996 й. алып лаборатория мөдире һәм 2000—2006 йй. РФА‑ның Өфө ФҮ Президиумы рәйесе урынбаҫары; 2010 й. башлап ӨДАТУ‑ның дөйөм химия кафедраһы, 2014 й. — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2017 й. алып БР ФА‑ның химик технологиялар һәм яңы материалдар бүлеге академигы-секретары. Фәнни хеҙмәттәре диазоберләшмәләрҙең катализатор ярҙамында әүерелештәрен, карбо‑ һәм гетероциклик берләшмәләрҙең (шул иҫәптән циклопропандарҙың, каркас структуралы берләшмәләрҙең, биологик актив азатрициклодекандарҙың һ.б.) синтезын өйрәнеүгә арналған. Д. тарафынан олефиндарҙың катализатор ярҙамында стереоселектив рәүештә циклопропанланыуының, норборнадиенды, СМАД‑1М, БУР‑1 реагенттарын, СЭТ‑1 эмульгатор‑стабилизаторын, газ скважиналары эшен туҡтатыу өсөн НТЗМ‑1 шыйыҡлығын синтезлауҙың технологик процестары фәнни нигеҙләнә, улар РФ‑тың һәм БР‑ҙың предприятиеларында производствоға индерелгән. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы. РФА‑ның А.М.Бутлеров (2003), БР ФА‑ның Д.Ф.Варфоломеев (2012) исемендәге премияһы лауреаты.

Хеҙм.: Успехи химии диазосоединений. Методы получения. Реакции. Свойства. Саарбрюккен, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр:
0