Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДОЛМАТОВ Лев Васильевич

Просмотров: 902

ДОЛМАТОВ Лев Васильевич (12.10.1928, Боготол ҡ. — 13.7.2018, Өфө ҡ.), химик-технолог. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1996). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй (1973—79 йй. технология факультеты деканы). Фәнни хеҙмәттәре нефть ҡалдыҡтары һәм икенсел сығышлы газойлдәр нигеҙендә яңы нефть продукттары алыу технологияларын эшләүгә арналған. Д. тарафынан нефттән пектар алыу ысулдары һәм шпалдарға һеңдерелеүсе һаҡлау материалдары эшләү технологияһы уйлап табылған, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре предприятиеларында производствоға индерелгән. “Бағышлау” (“Посвящение”; 2002), “Тик һинең менән, Мөхәббәтем” (“Только с тобой, Любовь моя”; 2007) шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1976).

  Хеҙм.: Получение нефтяных пеков. Уфа, 1996 (авторҙ.); Товароведение нефтяных продуктов. Т. 1—5. М., 2005—10 (авторҙ.).

Тәрж. Л.И.Шарапова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.09.2022
Связанные темы рубрикатора: