Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТОВ Фирҙинәт Әғләм улы

Просмотров: 1094

ДӘҮЛӘТОВ Фирҙинәт Әғләм улы (3.2.1959, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Яңауыл а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2006). БР-ҙың атҡ. а.х. хеҙм-ре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) БНИИСХ‑ла эшләй: өлкән агроном, 1991—97 йй. һәм 2000 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2007 й. башлап лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 2004 й. алып БДПУ‑ла уҡыта. 1997—2000 йй. БДАУ-ҙа. Фәнни эшмәкәрлеге генетикаға, селекцияға, орлоҡсолоҡҡа һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын эшкәртеү технологияһына арналған. Д. борсаҡ коллекцияһының 550‑нән ашыу өлгөһөнә баһа бирә, сорттарҙың билдә параметрҙарын асыҡлай һәм моделдәрен эшләй. Д. ҡатнашлығында борсаҡтың Кормовой 5, Памяти Хангильдина, Чишминский 75,Чишминский 80, Чишминский 95, Чишминский 229 сорттары сығарыла. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Методы и результаты селекции гороха в Башкортостане. Уфа, 2006; Селекция неосыпающихся сортов гороха в условиях Южного Урала. Уфа, 2008.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: