Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘҪЛЕ-КАРБОНАТЛЫ ТУПРАҠ

Просмотров: 1064

КӘҪЛЕ-КАРБОНАТЛЫ ТУПРАҠ, рендзиндар, һыу режимының йыуынты йәки ваҡыт‑ваҡыт йыуынты тибында карбонатлы тоҡомдарҙағы (доломит, эзбизташ, мергель һ.б.) ылыҫлы, ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа формалашҡан тупраҡ төрө. Башҡортостанда К.‑к.т. ярым типтағы ике төрө айырыла: типик һәм йыуылған. Типик К.‑к.т. профиле насар үҫешкән (ҡалынлығы 10—45 см), серетмә горизонты туранан-тура эзбизташ тоҡомонда ята. Йыуылған К.‑к.т. профиле яҡшыраҡ үҫешкән (ҡалынлығы 40—60 см), эре киҫәкле эзбизташлы элювиаль тоҡомда урынлашҡан серетмә һәм иллювиаль горизонттары асыҡ күренә. Механик составы б‑са балсыҡлы һәм ауыр ҡомло балсыҡлы, яҡшы структураланған, күләм ауырлығы 1,01—1,3 г/см3; составында (%): дөйөм серетмә 6,0—9,0, азот 0,5—0,6, фосфор 0,15—0,25, калий 1,2—1,5; 100 г тупраҡта хәрәкәтсән минераль азот 3—5 мг, хәрәкәтсән калий 2—8, фосфор 2—5 мг/100 г; рН 6,0—6,5; һеңдерелгән нигеҙҙәр суммаһы 100 г тупраҡҡа 40—50 мг‑экв. Респ. К.‑к.т. дөйөм майҙаны 98,8 мең га тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ер — 11,3 мең га (1995). Балаҡатай, Дыуан һәм Ҡариҙел р‑ндарында киң таралған, К.‑к.т. ҙур булмаған массивтары ҡараһыу һоро урман, көлһыуланған һәм йыуылған ҡара тупраҡ м‑н бергә Баҡалы, Бишбүләк, Бәләбәй һ.б. р‑ндарҙа осрай. Йыуылған К.‑к.т. — иген, техник, мал аҙығы һ.б. культураларҙы үҫтереү өсөн, типик К.‑к.т. көтөүлек һәм сабынлыҡ итеп файҙаланыла.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: