Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЮРОК

Просмотров: 1218

ДЮРОК, ит йүнәлешле сусҡа тоҡомо. 19 б. АҠШ‑та урындағы ҡыҙыл Төҫтәге ике сусҡа тоҡомон ҡушыу юлы м‑н сығарыла. Рәсәйгә — 1975 й., Башҡортостанға 1986 й. нәҫелдең ит биреүсәнлеген арттырыу маҡсатында эре аҡ тоҡомло инә сусҡаларҙы ҡасырыу өсөн индерелә. Хайуандарҙың тән төҙөлөш¿ ныšлы, оҙонса кәүҙәле, дуға һымаҡ арҡалы, йыуан ботло, төрлө төҫмөрҙәге ҡыҙыл төҫтә. Ата сусҡаларҙың тере ауырлығы 430—440 кг, инә хайуандарҙыҡы — 320—340 кг. Инә сусҡаларҙың үрсемлелеге 10—11 бала, 180—185 көндә өлгөрә, йәш малдың уртаса тәүлек артымы 750—800 г, ит сығышы 72—73%, түшкәһендә — яҡынса 60%. Хайуандар сыҙамлы, стресҡа бирешмәй. Д. тоҡомоноң ит биреүсәнлек сифаттарын өйрәнеү м‑н “Рощинский” совхозы ДУАХП белгестәре м‑н берлектә Аграр университет ғалимдары (А.В.Близнецов, А.А.Седых) шөғөлләнә; был тоҡомдо файҙаланып, сусҡаларҙы өҙлөкһөҙ үрсетеү системаһы эшләнгән, ул БР‑ҙың эре сусҡасылыҡ комплекстарында индерелгән.

Әҙәб.: Близнецов А.В. Производство свинины //Система ведения агропромышленного производства в Республике Башкортостан. Уфа, 1997; шул уҡ. Производство свинины при интенсификации отрасли в условиях Южного Урала. Уфа, 2002.

А.В.Близнецов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: