Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Сәлихйән улы

Просмотров: 1552

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Сәлихйән улы (12.2.1932, БАССР‑ҙың Топорнин р‑ны Яңы Мортаза а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны, — 16.8.2007, Өфө, Өфө р‑ны Ҡыҙылъяр а. ерләнгән), селекционер. БССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1992), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Р.С.Йәнекәевтең ҡустыһы. БАХИ-ны тамамлағандан һуң (1956) Ҡариҙел р‑нының “Совет” к‑зында баш агроном булып эшләй. 1957 й. алып БНИИСХ-ла: 1965 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1974—77 йй. һәм 1984—98 йй. лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге күп йыллыҡ мал аҙығы культураларының яңы сорттарын сығарыу һәм мал аҙығы үҫемлектәрен интродукциялау м‑н бәйле. Й. тарафынан люцернаның (Бибинур, Уфимская 7), аҡ ҡандала үләненең (Чермасан), йыйылма айрауыҡтың (Бирская 1) һәм тамырсалы суҡҡыяҡтың (Урал) сорттары сығарылған; күп йыллыҡ мал аҙығы культуралары интродукцияланған: себер аҡтамырсығы (тауҡыяғы), ҡыҙыл йыланҡуҙағы, ҡамышүлән бүтәгәһе, бейек ирғылсыҡ һ.б. Люцернаның, көнсығыш кәзә үләненең, мал борсағының, сояның һ.б. культура орлоҡтарынан юғары уңыш алыу технологияларын эшләй, улар БР‑ҙың а.х. индерелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Семеноводство многолетних трав. Уфа, 1980 (авторҙ.); Люцерна на корм и семена. М., 1982 (авторҙ.); Технология возделывания двукисточника тростникового на семена в регионе Урала. Уфа, 1999 (авторҙ.).

М.Ҡарисов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: