Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНЕКӘЕВ Хәсән Кәрим улы

Просмотров: 1174

ЙӘНЕКӘЕВ Хәсән Кәрим улы (29.1.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 17.12.1984, Мәскәү), селекционер. Биол. ф. д‑ры (1958), проф. (1960). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1982). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. И.В.Мичурин ис. Йәшелсә-емеш ин‑тын тамамлаған (Мичуринск ҡ., 1935). 1930 й. алып Мичуринскиҙа И.В.Мичурин ис. Үҙәк генетика лаб. эшләй (1940 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р). 1945 й. алып Ҡара тупраҡһыҙ һыҙат баҡсасылығы зона ҒТИ‑нда (Мәскәү): өлкән ғилми хеҙм‑р, 1957 й. башлап дир. урынбаҫары, 1961 й. — бүлек мөдире, 1968—84 йй. лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре емеш-еләк культуралары селекцияһына, уларҙы үҫтереү технологияларын эшләүгә арналған. Й. тарафынан 30‑ға яҡын сейә (Августовская, Ассоль, Багряная һ.б.) һәм слива (Еникеевская, Занятная, Красный шар һ.б.) сорты сығарылған. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Сталин пр. лауреаты (1952). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1949).

Хеҙм.: Слива. М., 1956 (авторҙ.); Биологические особенности сливы и выведение новых сортов. М., 1960 (авторҙ.).

Г.Ә.Мансуров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: