Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУБКИН Иван Михайлович

Просмотров: 1116

ГУБКИН Иван Михайлович (9.9.1871, Владимир губернаһы Поздняково а. — 21.4.1939, Мәскәү ҡ.), геолог-нефтсе. СССР ФА академигы (1929; 1936 й. алып вице-президенты), профессор (1920). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1929). Фәнни эшмәкәрлеге нефттең барлыҡҡа килеү теорияһы нигеҙҙәрен эшләүгә, нефть ятыштарының барлыҡҡа килеү шарттарын өйрәнеүгә һәм Кавказ, Ҡырым һәм Урал-Волга буйы нефть ятҡылыҡтарын классификациялауға бәйле. Нефть геологияһы буйынса фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. Г. “Икенсе Баҡы” (ҡара: Волга-Урал нефтле һәм газлы провинцияһы) булараҡ билдәле яңы нефть районын ойоштороуҙы һәм уның сәнәғәт өсөн перспективаларын нигеҙләй. БАССР территорияһында нефткә тәүге геологик разведка эштәрен ойоштороусы. Ленин премияһы лауреаты (1929). Уның исеме менән фораминиферҙарҙың Gubkinella Suleimanov ярым класы, БР‑ҙа Ишембай, Өфө, Салауат ҡҡ. һ.б. урамдар аталған, Октябрьский ҡ. бюст ҡуйылған. 1949 й. Г. исемендәге премия булдырылған.

Хеҙм.: Башкирская нефть, её значение и перспективы развития. Уфа, 1932; Урало-Волжская нефтеносная область (Второе Баку). М.; Л., 1940; Избранные сочинения: в 2 т. М., 1950—1953.

Әҙәб.: Сборник геологических работ, посвящённых памяти академика И.М.Губкина. М.; Л., 1948.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.10.2022
Связанные темы рубрикатора: