Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТБАЕВ Усман Йосоп улы

Просмотров: 1134

ДӘҮЛӘТБАЕВ Усман Йосоп улы [14.6.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Баҡый а. (БР‑ҙың Белорет районы) — 11.8.2010, БР‑ҙың Хәйбулла районы Бүребай а.], быраулаусы. 1949 й. алып “Уралцветметразведка” тресының Баймаҡ геологик разведка партияһында (1954 й. башлап өлкән быраулау мастеры); 1958—88 йй. — “Башкиргеология” ПБ‑ның Хәйбулла геологик разведка партияһында (1959 й. тиклем һәм 1969 й. алып өлкән быраулау мастеры). Д. тарафынан республиканың баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә скважиналарҙы тиҙ быраулау ысулдары индерелгән. Октябрь һәм Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнашҡан. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Ленин ордены менән бүләкләнгән (1971).

М.Г.Некрасов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.10.2022
Связанные темы рубрикатора: