Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДВОРКИН Владимир Исаакович

Просмотров: 1056

ДВОРКИН Владимир Исаакович (28.10.1954, Октябрьский ҡ.), геофизик. Техник фәндәр докторы (2003). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1997), РФ яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2005). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институтының Калинин бүлексәһендә (Тверь ҡ.), 1980 й. алып “Башнефтегеофизика” тресында эшләй. 1983 й. башлап “Геофизика” фәнни-производство фирмаһында (Өфө ҡ.): 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991 й. — лаборатория мөдире, 2005 й. — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2005—14 йй. ӨДНТУ‑ның геофизика кафедраһы мөдире. 2015 й. алып “ГеоКИП” ғилми‑производство фирмаһы ЯСЙ директоры. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу маҡсатында нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе комплекслы анализлау менән бәйле. Д. тарафынан скважиналарҙы геофизик тикшереүҙәр ҡулланып коллекторҙарҙың тулылығын билдәләү, нефть запастарын эшләп сығарыуҙы контролдә тотоу технологиялары эшләнә.

  Хеҙм.: Геофизический мониторинг разработки нефтяных пластов, обсаженных стекло-пластиковыми трубами. Уфа, 2001.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.11.2022
Связанные темы рубрикатора: