Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИАПИРҘАР

Просмотров: 967

ДИАПИРҘАР, һығылмалы тау тоҡомдарын өҫтә ятҡан ҡатыраҡ ҡатламдарға ҡыҫып сығарыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән көмбәҙ рәүешендәге структуралар. Башҡортостанда диапиризмды тектоник көстәр барлыҡҡа килтерә, ул Ағиҙел депрессияһы сиктәрендәге көңгөр ярусының галоген‑сульфат ҡатламы менән бәйле. Д. субмеридиональ йүнәлештә бер һыҙыҡ буйлап тигеҙ һуҙылмаған валдар рәтен барлыҡҡа килтерә. Улар ер өҫтөндә ҡаплау фронты алдынан тар, ҡайһы саҡта өҙөк‑өҙөк һыҙаттар рәүешендә асылып ята. Ғалимдар (Р.С.Билалов, Ю.В.Казанцев, М.А.Камалетдинов, Ә.Ш.Ҡудашев, И.А.Таһиров һ.б.) тоҙ аҫты ложаһы һәм көңгөр тоҙ валдарының теҙмә антиклиналдәренең берҙәм ҡаплауының төрлө ҡанаттарына (эленмәле һәм ятҡанына) тап килгәнен асыҡлай. Көнбайыштан көнсығышҡа Мәләүез, Смаҡ, Воскресенск, Александровка һәм Иртөбәк валдары айырыла. Бейеклеге 1500 м булған Александровка валы ҡанаттарының түбәнәйеү мөйөшө 40—50°; көнсығыш ҡанатының түбәнәйеү мөйөшө 45°түбәнәйә һәм, әкренләп 7—10°тиклем һөҙәгәйеп, ер өҫтөнә яҡын ярыҡты ҡаплай. Башҡа валдар ҙа ошоға оҡшаш төҙөлөшлө. Галоген Д. төҙөлөш үҙенсәлектәре, урынлашыуы тураһындағы мәғлүмәттәр нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләүҙә иҫәпкә алына.

Әҙәб.: Казанцев Ю.В. Структурная геология Предуральского прогиба. М., 1984.

Ю.В.Казанцев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.11.2022
Связанные темы рубрикатора: