Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИОРИТ

Просмотров: 1022

ДИОРИТ (грекса diorizo — айырам), урта составлы интрузив магматик тау тоҡомо. Плагиоклаз (65—70%) һәм мөгөҙ обманкаһынан (30—35%) тора; аҙ миҡдарҙа биотит, пироксен, кварц, акцессор минералдарынан — апатит, сфен, циркон, мәғдән минералдарынан — магнетит һәм титаномагнетит булыуы мөмкин. Структураһы кристаллик‑бөртөклө, текстураһы бер төрлө массив, һирәкләп төрлө. Төҫө һоро (ҡараға тиклем), ҡайһы саҡта йәшкелт. Д. яйлап күсеүҙәре гранит (гранодиорит аша) һәм габбролар (габбродиорит аша) менән бәйле. Платформалы һәм таулы‑йыйырсыҡлы өлкәләрҙә таралған. Ҡырсынташ һәм йөҙләү материалдары етештереү өсөн файҙаланыла. БР‑ҙа Д. Башҡорт мегантиклинорийындағы Ҡуҫа‑Копан ҡатламланған интрузия составында, Магнитогорск мегасинклинорийындағы Ахун гранит массивы составында, Нәрәле һәм Миндәк ультраһелтеле массивтарында осрай.

Әҙәб.: Заварицкий А.Н. Изверженные горные породы. М.; Л., 1961.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.11.2022