Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕМБРИЙ АЛДЫ

Просмотров: 1273

КЕМБРИЙ АЛДЫ, протозой, криптозой, фанерозойҙан алда булған Ерҙең геологик тарихындағы бик ҙур этап. Ер ҡабығының боронғо ҡатлауҙарын һәм уларҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын кәүҙәләндерә. Яҡынса 3,5 млрд йыл дауам итә. 1838 й. А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Ике акротемаға бүленә: аҫҡы К.а. — архей һәм өҫкө К.а. — протерозой. Төрлө дәрәжәлә метаморфланған ултырма һәм магматик ҡатламдарҙан тора. К.а. тереклек барлыҡҡа килә, зәңгәрһыу йәшел ылымыҡтарҙың йәшәүе арҡаһында атмосферала әкренләп кислородтың күләме арта. К.а. үҫемлектәр булыуын һатҡы, баҡал, ҡытау свиталары, өҫкө К.а. минйәр һәм уҡ свиталары ултырмаларында осраған ылымыҡлы ҡатлам ҡалдыҡтары (строматолиттар, микрофитолиттар) һәм йәше 3,5 млрд йылдан ашыу булған карбонат ултырмаларындағы органик углерод раҫлай. К.а. һөлдәле фауна булмай, һуң К.а. (вендта) Metazoa һөлдәһеҙ организмдары табыла. Башҡортостандың платформалы өлөшөндә К.а. тоҡомдары 1200—5500 м тәрәнлектә скважиналар менән асылған (62‑се Ҡабаҡ скважинаһы). Башҡорт мегантиклинорийының һәм Уралтау зонаһының күпселек өлөшөн ҡаплаған К.а. ҡатламдары менән барит, магнезит, тимер мәғдәне, саф алтын, полиметалл, флюорит һәм төҙөлөш материалдары ятҡылыҡтары бәйле.

В.И.Козлов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2022
Связанные темы рубрикатора: