Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЖДАНОВ Станислав Анатольевич

Просмотров: 1264

ЖДАНОВ Станислав Анатольевич (15.3.1942, БАССР‑ҙың Туймазы районы Соцгород эшселәр ҡсб, хәҙер Октябрьский ҡ.), инженер‑нефтсе. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1994). РФ‑тың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1993), РФ‑тың атҡаҙанған фән хеҙмәткәре (2010). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1983), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтын тамамлағандан һуң (1965) А.П.Крылов исемендәге Бөтә Рәсәй нефть һәм газ ҒТИ‑нда эшләй: 1997 й. алып генераль директор урынбаҫары, 2014 й. — генераль директор кәңәшсеһе, бер үк ваҡытта 1994 й. башлап И.М.Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университетында (икеһе лә — Мәскәү ҡ.) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Ж. юғары һәм уртаса ҡуйылыҡтағы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатлам эсендәге “дымлы” яныу, һыу ебәрелгән ҡатламдарҙағы шыйыҡ нефтте өҫтәмә сығарыу ысулдарын ҡулланыуҙың һөҙөмтәле булыуын иҫбатлай. Ж. етәкселегендә ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ысулдары системалаштырыла, нефть ҡатламына һәм скважина забойы янындағы ҡатламға тәьҫир итеүҙең һөҙөмтәле технологияларын һайлау буйынса мәғлүмәт базалары һәм автоматлаштырылған система эшләнә. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2008).

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.11.2022
Связанные темы рубрикатора: