Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФ ТИМЕР

Просмотров: 1033

САФ ТИМЕР, саф элементтар класы минералы, Fe. Никель менән тәбиғи иретмәләр рәүешендә осрай. Составында баҡыр, кобальт, марганец, саф ағалтын ҡушылмалары бар. Табыу шарттарына ҡарап теллурлы (ерҙәге) һәм метеоритлы (йыһандағы) С.т. айырыла. Теллурлы С.т. куб сингонияһында кристаллана, кристалдары һирәк. Агрегаттары бөртөклө, тәңкәле, таҫмалы, бөрсөктәренең формаһы камил түгел. Төҫө: тимер күктән күгелйем ҡараға һәм һорғолт аҡҡа тиклем, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 4—5, тығыҙлығы 7300— 7600 кг/м3, йәбешкәклеге камил, һынылышы ҡытыршы. Көслө магнитлы; никель күләме 26—30%‑тан артһа, магнит үҙсәнлектәре юғала. Составында 3%‑ҡа тиклем никель булған феррит һәм 30—80% никель булған саф никель‑тимер (аваруит, джозефинит, катаринит һ.б.) айырыла. Метеоритлы С.т. сифаты буйынса теллурлы С.т. яҡын. Составы буйынса камаситҡа (никель 6—9%) һәм тэнитҡа (никель 48%‑ҡа тиклем) бүленә. Ҙур тупланмалары булмағанға күрә, С.т. ғәмәли ҡиммәте юҡ. БР‑ҙа составында никель күп булған С.т. (аваруит) Ҡыраҡа массивы перидотиттарында билдәле, метеоритлы С.т. “Стәрлетамаҡ” метеоритында осрай.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.11.2022