Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

Просмотров: 1287

ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, үлсәмдәре, сифаты һәм ятыш шарттары буйынса сәнәғәттә үҙләштереү өсөн яраҡлы булған Ер өҫтөндәге йәки аҫтындағы тимер мәғдәндәренең тупланмаһы. Барлыҡҡа килеүе буйынса эндоген, экзоген һәм метаморфоген Т.м.я. айырыла. Эндоген Т.м.я. — магмалы (титан‑магнетит һәм ильменит‑титан‑магнетит, апатит‑магнетит), контактлы‑метасоматик (скарн‑магнетит, гидротермаль); экзоген Т.м.я. вулканоген‑ултырма (гематит, магнетит‑гематит), ултырма, ашалыу ҡатлауы ятҡылыҡтарына бүленә. Метаморфоген Т.м.я. тимерле кварцит ятҡылыҡтары ҡарай.

  БР‑ҙа бер нисә тимер мәғдәне районында (Белорет, Егәҙе‑Комаров, Инйәр, Лапышты, Әүжән һ.б.) урынлашҡан ашалыу ҡатлауы ятҡылыҡтары сәнәғәттә мөһим урын алып тора. Төп сәнәғәт запастары Егәҙе‑Комаров тимер мәғдәне районында тупланған, унда Башҡорт мегантиклинорийының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан 19 Т.м.я. билдәле. Иң ҙурҙары (Егәҙе, Комаров, Ҡалышты‑1, Наратай, Туҡан тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һ.б.) Белорет районының көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Был райондың Т.м.я. беренсел ултырма (сидерит) һәм икенсел тимер мәғдәне (көрән тимер мәғдәне) ятыштарынан ғибәрәт. Мәғдән есемдәре егәҙе‑комаров свитаһы һәм әүжән свитаһы ултырмаларында үҫешкән мезозой‑кайнозой ашалыу ҡатлауҙарына тура килә. Ҡатлам, ҡатлам һымаҡ һәм ваҡ линзалар формаһында синклиналь йыйырсыҡ ҡанаттарында һәм ҙур булмаған мульдаларҙа ята. Мәғдән есемдәренең ҡалынлығы 30 м тиклем (һирәгерәк 50 м тиклем), һуҙылышының оҙонлоғо 1200 м тиклем, ятыш тәрәнлеге 120 м тиклем (һирәгерәк 150 м тиклем). Белорет һәм Учалы райондарында Кирәбе, Кузьма-Демьяновка, Әй һ.б. гематит‑магнетит мәғдәне сығанаҡтары билдәле.

А.Л.Чернов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.03.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: