Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Ғизетдин улы

Просмотров: 1250

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Ғизетдин улы (10.1.1942, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а. — 27.7.1993, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1987). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) 1970 й. тиклем Шишмә үҙәк район дауаханаһында бүлек мөдире була. 1975 й. алып БДМИ‑ла: 1983 й. башлап 2‑се педиатрия каф. мөдире, 1987 й. — пропедевтикалы ф‑т педиатрияһында, бер үк ваҡытта 1976—80 йй. Респ. балалар клиник дауаханаһында бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡалҡан биҙе ауырыуҙарының барлыҡҡа килеүен, шәкәр диабеты, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең енси үҫеше боҙолоуының сәбәптәрен өйрәнеүгә арналған. Й. тарафынан балаларҙың эндокрин ауырыуҙарын дауалау һәм диагностикалау ысулдары, Башҡортостан шифаханаларының (ш. иҫ. “Красноусол” һәм “Салют”) дауалау сараларын файҙаланып реабилитациялау б‑са тәҡдимдәр эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: