Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНЕКӘЕВА Зәриә Муса ҡыҙы

Просмотров: 756

ЙӘНЕКӘЕВА Зәриә Муса ҡыҙы (23.11.1940, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй а. — 25.9.2003, Өфө ҡ.), педиатр. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1997). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) 1970 й. тиклем Шишмә үҙәк район дауаханаһында эшләй (1969 й. алып бүлек мөдире), 1975 й. башлап БДМУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге балалар нефрологияһы мәсьәләләренә арналған. Й. тарафынан гломерулонефрит, гемолитик‑уремия синдромы, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк ваҡытында киҫкен бөйөр етешмәүсәнлеген дифференциаль диагностикалау ысулы, “Салют” шифаханаһы һәм “Янғантау” курортының дауалау факторҙарын бөйөр ауырыуҙары ваҡытында файҙаланыу буйынса тәҡдимдәр эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә.

Хеҙм.: Состояние детей в регионе экологического неблагополучия и их реабилитация. Уфа, 2000 (авторҙ.); Геморрагическая лихорадка у детей Республики Башкортостан. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.08.2022