ДРИНФЕЛЬД Владимир Гершонович
977
ДРИНФЕЛЬД Владимир Гершонович (12.12.1954, Харьков ҡ.). Физика-матем. ф. д‑ры (1988). МДУ‑ны тамамлаған (1974). 1978—81 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре солитондар теорияһының, һандар теорияһының алгебраик аспекттарына арналған. Д. калибрлау ҡырҙары теорияһында дөйөм рациональ сығарылыштар конструкцияһын, Кортвег де Фриз тигеҙләмәләре тибындағы тулыһынса интегралланыусы тигеҙләмәләр өсөн Дринфельд—Соколов редукциялары теорияһын төҙөй. Филдс пр. лауреаты (1990).
В.Ю.Новокшенов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: