Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕКОМАСОВ Евгений Григорьевич

Просмотров: 1205

ЕКОМАСОВ Евгений Григорьевич (8.6.1958, Приморье крайы Анучино а.), физик. Физика-матем. ф. д‑ры (2006), проф. (2010). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй (2003 й. алып бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге магнит күренештәре физикаһына һәм ҡаты есем физикаһына арналған. Е. күп рәшәткә аҫты магнетиктарындағы ҙур күләмле магнит төрлөлөктәрен өйрәнә; домендар сигенең иң ҙур хәрәкәт тиҙлеге янында теорияның лоренц-инвариантлығы боҙолоу, уларҙың хәрәкәт йүнәлешен билдәләүсе фаза күсеү һәм тауыш тиҙлеге янында динамик яҡтан үҙгәреү ихтималлығын билдәләй; ферроһәм антиферромагнетиктарҙа магнитланыуҙың һыҙыҡлы булмаған тулҡындарының структура үҙенсәлектәрен, таралыуын һәм барлыҡҡа килеүен тикшерә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Динамика неелевской доменной границы с “тонкой” структурой в редкоземельных ортоферритах (авторҙ.) //Физика твёрдого тела. 2001. Т.43. Вып.7; Reversal process of a magnetic vortex core under the combined action of a perpendicular field and spin transfer torque (авторҙ.) //Applied Physics Letters. 2013. Vol.102. Is.6.

М.Әәмсетдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: