Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕФАНОВ Владимир Николаевич

Просмотров: 997

ЕФАНОВ Владимир Николаевич (13.7.1951, Курск өлкәһе Түбәнге Борки а.), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй (1998—2011 йй. авиация приборҙары эшләү каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре системалы анализ, идара итеү һәм мәғлүмәтте эшкәртеү проблемаларына бәйле. Е. етәкс. күп кимәлле иҫәпләү һәм идара итеү системалары проектлана, операцияларҙы хәүеф һәм билдәһеҙлек шарттарында башҡарыу өсөн яңы интеллектуаль технологияларҙы файҙаланып, уларҙы структур һәм параметрлы ойоштороу принциптары уйлап табыла. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең авиация сәнәғәте пр‑тиеларында осоу аппараттары борт ҡорамалдарының тотҡарлыҡһыҙ эшләгән интеграциялы комплекстарын яһағанда ҡулланыла. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Авиационные приборы и измерительно-вычислительные комплексы. М., 2010 (авторҙ.).

Ф.Р.Исмәғилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: