Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЖЕРНАКОВ Владимир Сергеевич

Просмотров: 1826

ЖЕРНАКОВ Владимир Сергеевич (8.8.1944, Дәүләкән ҡ.), инженер-механик. БР ФА академигы (2018), техник фәндәр докторы (1992), профессор (1993). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), БР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1992), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) шунда уҡ эшләй: 1982 й. алып лаборатория мөдире, 1993—2003 йй. фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1994 й. башлап материалдар ҡаршылығы кафедраһы мөдире, 2015 й. алып БР ФА-ның Математика, физика һәм машиналарҙы өйрәнеү ғилеме бүлеге академигы-секретары. Фәнни эшмәкәрлеге деформацияланыусы ҡаты есем механикаһына арналған. Ж. тығыҙлыҡ, һығылмалылыҡ, шыуыусанлыҡ теорияларының һәм авиация конструкцияларының төп элементтарына ҡарата емерелеү механикаһының фундаменталь һәм ғәмәли мәсьәләләренең сиселештәрен тәҡдим итә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең авиация һәм машиналар эшләү предприятиеларында конструкция деталдәрен иҫәпләп сығарыу һәм яһау буйынса тармаҡ документтарында файҙаланылған. 87 уйлап табыу авторы. “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнгән (2019).

Хеҙм.: Сопротивление разрушению элементов разъёмных соединений высоконагруженных конструкций. М., 2000 (авторҙ.); Метод конечных элементов в геометрически нелинейных задачах теории тонких упругих оболочек. М., 2002 (авторҙ.); Моделирование и оптимизация процесса очистки газовых выбросов в центробежных сепараторах. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Ю.С.Первушин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр: