Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЫЙЫҠ КРИСТАЛДАР

Просмотров: 1184

ШЫЙЫҠ КРИСТАЛДАР, үҙсәнлектәре шыйыҡлыҡтарҙыҡы (ағыусанлыҡ) һәм ҡаты кристалдарҙыҡы кеүек (үҙсәнлектәрҙең анизотропияһы) булған ҡайһы бер органик матдәләр. Шыйыҡ кристалл торошо молекулалары пластинка, таяҡса йәки диск формаһында булған матдәләргә хас. Термотроп (билдәле т‑ра интервалында барлыҡҡа килә: түбәнерәк т‑рала матдә — ҡаты кристалл, юғарыраҡ т‑рала ябай шыйыҡсаға әйләнә) һәм лиотроп Ш.к. (ҡайһы бер матдәләр билдәле бер эреткестәрҙә эрегәндә барлыҡҡа килә, мәҫ., һыуҙа эрегән һабын) айырыла. Молекулаларының арауыҡта урынлашыуы­на бәйле 3 төп Ш.к. тибы (матик булмаған, холестерик, смектик) һәм “экзотик” Ш.к. (карбонлаштырылған — ауыр нефть ҡалдыҡтарын 4000С һәм юғарыраҡ т‑раға тиклем йылытҡанда барлыҡҡа килә; холестерик Ш.к. “зәңгәр” фазалары, D‑, E‑ һәм F‑фазалары) айырыла. Ш.к. үҙсәнлектәре т‑ра, механик көсөргәнеш, электр һәм магнит ҡырҙары тәьҫирендә үҙгәрә. Был эффекттар (мөхиттең яҡтырыуы, яҡтылыҡтың динамик сәселеүе һ.б.) шыйыҡ кристаллы приборҙарҙа файҙаланыла. Башҡортостанда Ш.к. өйрәнеү 20 б. 60‑сы йй. аҙ. – 70‑се йй. башында Башҡорт дәүләт университетында (А.Н.Трофимов) һәм Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында (А.Н.Чувыров) башлана. Ш.к. үҙенә‑үҙе ярҙам иткән һыҙыҡлы булмаған тулҡындарҙың 2 тибы (Чувыров, автотулҡындар; ҡара: һүрәт) һәм өҫкө йөҙ поляризацияһы эффекты (А.Н.Лачинов, Чувыров) асыла. Ш.к. термо‑һәм электроконвекция ваҡытында (В.А.Делев, З.Х.Ҡыуатов, Н.Ғ.Миһранов), ш. уҡ тиҙ үҙгәреүсән ағымдарҙа барлыҡҡа килгән һыҙыҡлы булмаған эффекттары (А.П.Крехов, О.А.Скалдин, М.В.Хәзимуллин) өйрәнелә. 80‑се йй. башлап БДУ‑ла, Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында һәм Нефть тех­ник университетында (В.П.Запорин, Ю.А.Лебедев, С.В.Сухов) анизотропик структуралы кокс һәм карбонланған анизо­троп ептәр етештергәндә ҡулланылған карбонланған Ш.к. фаза күсештәре, оптик үҙсәнлектәре, структураһы һәм топологик дефекттары өйрәнелә (ҡара: Техник углерод).

Әҙәб.: Мигранов Н.Г., Чувыров А.Н. Неравновесные явления и автоволны в нематических жидких кристаллах. Уфа, 1997; Лебедев Ю.А., Чу­выров А.Н. Химия, физика и механика карбонизированных жидких кристаллов. Уфа, 2006.

А.Н.Чувыров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: