Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАЗОЙЛЬ

Просмотров: 1089

ГАЗОЙЛЬ, нефть ҡыуғанда йәки уның ҡалдыҡтарын икенсел эшкәрт‑ кәндә барлыҡҡа килгән, 180—550°С т‑рала ҡайнап сығыусы фракция. Етештереү ысулдары б‑са атмосфера (tҡайнау 270— 360°С; тура ҡыуыу) һәм вакуум Г. (tҡайнау 350—550°С; 10— 15 кПа баҫым аҫтында ҡыуып етештерелә) төрҙәрен айыралар. Вакуум Г. гидрокрекинг һәм каталитик крекинг, ш. уҡ нефть ҡалдыҡтарын термик крекинг аша үткәреп һәм кокслаштырып, еңел (tҡайнау 180— 300°С) һәм ауыр (tҡайнау 350°С һәм унан юғары) Г. алалар. 20 б. 50‑се йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда Г. каталитик эшкәртеү технологияһын камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Г.А.Берг, М.Л.Креймер, Р.М.Мәсәғүтов). 90‑сы йй. Нефть техник университетында икенсел Г. нигеҙендә яңы нефть продукттары: тау тоҡомдарының уҡмашып туңыуына ҡаршы ниогрин, карьерҙарҙағы автомобиль юлдарында туҙан күтәрелеүгә ҡаршы северин һәм универсин профилактик саралары (А.П.Зиновьев, П.Л.Ольков, З.И. Сөнәев һ.б.); судно яғыулыҡтары (Н.К. Кондрашёва, О.И.Рогачева); пектар, бәйләүсе һәм шпал эшкәртеү өсөн материалдар (Л.В.Долматов) етештерелә. Беренсел һәм икенсел эшкәртелгәндәге еңел Г. — дизель яғыулыҡтарының, икенсел эшкәртелгәндәге ауыр Г. (техник углерод етештереүҙәге сеймал) ҡаҙан яғыулығының төп компоненты.

 

С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: