Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УГЛЕВОДОРОД ГАЗДАР

Просмотров: 1283

УГЛЕВОДОРОД ГАЗДАР, молекулаларында 5‑кә тиклем углерод атомы булған алифатик углеводородтар ҡатышмаһы. Тәбиғи газдарға, нефть эшкәртеү (тура ҡыуыу, деструктив процестар: термик крекинг, каталитик крекинг, пиролиз һ.б.) газдарына бүленә. Тәбиғи У.г. төп компоненттары — метан (ҡайһы саҡ 98%‑ҡа етә), уның гомологтары. Нефть эшкәртеү газдары составтарында туйындырылмаған углеводородтар (12 — 50%), водород (10%‑ҡа тиклем) булыуы м‑н айырыла. У.г. поляр булмаған органик эреткестәрҙә яҡшы эрей, һауа м‑н шартлаусан ҡатышмалар барлыҡҡа килтерә. Башҡортостанда газ‑конденсатлы ятҡылыҡтарҙың У.г. һәм нефттең эйәрсен газдары сәнәғәттә әһәмиәтле; улар мотор яғыулығы, синтетик каучуктар, пластик массалар алыр өсөн сеймал булып тора. 20 б. 40‑сы йй. башында Ишембай нефть ятҡылығы нефтенең эйәрсен газдарын газ бензинына, изобутан, пропанға эшкәртеү, көкөртлө водородтан газлы көкөртһәм гипосульфит алыр өсөн Ишембай газолин з‑ды (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) эксплуатацияға индерелә. 50‑се йй. аҙ. 18‑се комб‑тта (ҡара: “ГазпромнефтехимСалават”) Введеновка ятҡылығы (Мәләүез р‑ны) газының Ҡансыра ятҡылығының (Көйөргәҙе р‑ны) газ конденсаты, нефть эшкәртеү газдары компоненттары м‑н ҡатышмаһы алкилат, техник водород, аммиак, бутил спирттары, метилэтилкетон, ароматик углеводородтар һ.б. етештереүҙә сеймал итеп ҡулланыла башлай. 60 — 70‑се йй. Өфө нефть эшкәртеү заводында У.г. ресурстарын тулыһынса ҡулланыу схемаһы эшләнә һәм этаплап индерелә (Е.А.Бугай, Т.И.Селиванов, М.И.Әхмәтшин һ.б.). Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында газ фракциялау ҡоролмаларының етештереүсәнлеген арттырыу, У.г. пропан‑пропиленлы, бутан‑бутиленлы фракцияларға айырыуҙың сифатын күтәреү технологияһы эшләнә (В.М.Гермаш, Г.Ф.Ивановский, Ю.И.Сыч һ.б.). Туймазы газ эшкәртеү заводында һәм Шкапов газ эшкәртеү заводында нефттең эйәрсен газдары шыйыҡландырылған газға (пропан һәм бутан ҡатышмаһы), тотороҡло газ бензины һәм техник бутанға әйләндерелә. Өфө һәм Яңы Өфө НЭЗ‑дарында, “Уфанефтехим”, “Уфаоргсинтез”, “Каустик”, “Каучук” пр‑тиеларында нефть эшкәртеү газдары юғары октанлы мотор яғыулығы, полиизопрен, полипропилен, полиэтилен һ.б. алыр өсөн сеймал итеп ҡулланыла. 1947 — 68 йй. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда һәм Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда респ. һәм СССР б‑са һәр бер нефть һәм газ эшкәртеү з‑дында У.г. ресурстарының потенциалын асыҡлау, уларҙы һөҙөмтәле ҡулланыу технологияларын эшләү б‑са киң масштаблы тикшеренеүҙәр үткәрелә (В.Б.Корсунский, М.Е.Черныш, А.С.Эйгенсон һ.б.). Шулай уҡ ҡара: Газ сәнәғәте, Нефтехимия сәнәғәте, Яғыулыҡ сәнәғәте.

Әҙәб.: Г в о з д е в Б.П., Г р и ц е н к о А.И., К о р н и л о в А.Е. Эксплуатация газовых и газоконденсатных месторождений. М., 1988; М о в с у м з а д е Э.М., С а в и н Е.М., Т е л и ц к а я К.Р. Первенец переработки нефти в Башкортостане. Уфа, 1996.

Ж.Ф.Ғәлимов, З.Ә.Хәбибуллин

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: