Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИН Фәнүр Зөфәр улы

Просмотров: 1255

ҒӘЛИН Фәнүр Зөфәр улы (1.11.1947, БАССР‑ҙың Нуриман районы Ҡыҙылъяр а. — 27.11.2017, Өфө ҡ.), химик-органик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), химия фәндәре докторы (1993), профессор (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1970). 1972 й. алып Органик химия институтында эшләй: 1980 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 й. — лаборатория мөдире; бер үк ваҡытта 2006 й. алып БДУ‑ның органик химия кафедраһы мөдире, 2013 й. — БР ФА Химия‑технология фәндәре бүлексәһенең академик-секретары. Фәнни хеҙмәттәре тәбиғи терпеноидтарҙың әүерелештәрен өйрәнеүгә һәм уларҙың биологик актив аналогтарын йүнәлешле синтезлау проблемаларына арналған. Пиретроидтарҙы һәм улар нигеҙендәге препараттарҙы (анометрин, баверсан), шулай уҡ умартасылыҡта ҡулланылған апилат, аскоцин препараттарын етештереү технологияһын уйлап табыусыларҙың береһе.

Хеҙм.: Синтез биологически активных веществ с использованием кетостабилизированных илидов серы //Панорама современной химии России. Современный органический синтез: сб. обзорн. статей. М., 2003 (авторҙ.); Илиды серы в синтезе гетероциклических соединений. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.08.2022
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0