Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ГОРИЗОНТ”, предприятие

Просмотров: 1160

“ГОРИЗОНТ” фәнни‑етештереү фирмаһы, ЯСЙ. Забойҙар өсөн сымһыҙ электромагнит каналлы элемтә телеметрик системаларын етештерә, забой телеметрик системаларын файҙаланып, ҡырын йүнәлешле һәм горизонталь скважиналар быраулауҙы мәғлүмәт м‑н тәьмин итеү хеҙмәттәрен күрһәтә. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1994 й. нигеҙ һалына. Составы: монтажлау, йыйыу (икеһе лә 1994 й. нигеҙләнгән) участкалары, механик (1999), ялан производствоһы партиялары (1994). Продукцияһын һәм хеҙмәттәрен төп ҡулланыусылар – БР-ҙың һәм РФ-тың башҡа төбәктәренең нефть сығарыусы пр‑тиелары.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.11.2024