Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘДҮТОВ Рәжәп Муллағәле улы

Просмотров: 1361

ВӘДҮТОВ Рәжәп Муллағәле улы (16.5.1948, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Кесе Учалы ҡсб, хәҙ. Учалы ҡ.), баянсы. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1995) артисы. Куйбышев пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) Уча‑ лы балалар муз. мәктәбендә уҡыта, 1973 й. алып Башҡ. филармонияһы, 1985 й. — Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑ты мәҙәниәт йорто баянсыһы, 1989 й. — Өфө сәнғәт уч‑щеһы администраторы, 1990—2008 йй. Башҡ. филармонияһының аккомпаниаторы, солист‑инструменталисы. В. уйнау сәнғәтенә һоҡланғыс башҡарыу техникаһы, стилде нескә тойоу, аһәңлек һәм музыкаллек хас. Репертуарында сит ил (И.С.Бах, В.Монти, Д.Скарлатти, А.Фоссен һ.б.) һәм ватан комп. (С.В.Рахманинов, А.Н. Скрябин, З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, К.Й.Рәхимов һ.б.) әҫәрҙәре, 10‑дан ашыуы В. тарафынан эшкәртелгән башҡ., татар, урыҫ халыҡ көйҙәре. Мәскәүҙә БР көндәрендә ҡатнаша (1997). СССР буйлап гастролдәрҙә була. Халыҡ‑ара варган музыка фестивале (Мольн ҡ., Австрия, 1998), Асыҡ аккомпаниатор‑баянсылар һәм аккордеонсыларҙың конкурсы (Стәрлетамаҡ ҡ., 2003) лауреаты; “Петро-Павловск ассамблеялары” (“Петро-Павловские ассамблеи”) Халыҡ‑ара муз. фестивале (С.Петербург, 2005), Халыҡ‑ара баянсылар һәм аккордеонсылар конкурсы (Кастельфидардо ҡ., Италия, 2010) дипломанты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Обработки народных мелодий и пьес для баяна. Уфа, 2008.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: