ҒӘЗИЗОВ Юнир Хәсән улы
ҒӘЗИЗОВ Юнир Хәсән улы (17.1. 1950, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. — 15.5.2006, Өфө), цирк артисы, һауа гимнасы. БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1979) артисы. Т.Х.Ғәзизовтың ҡустыһы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) Башҡ. цирк коллективы артисы (1982—90 йй. дир.), 1990—97 йй. Рәсәй дәүләт цирк компанияһының төрлө программаларында эшләй. Цирк көмбәҙе аҫтында ҡатмарлы һәм үҙенсәлекле автор трюктарын һаҡлыҡһыҙ башҡара. “Тау легендаһы” номерында Г.М.Ғәзизова м‑н бергә сығыш яһай. СССР‑ҙа һәм сит илдәрҙә (Аргентина, Бельгия, Голландия, Колумбия, Япония һ.б.) гастролдәрҙә була. Бөтә Союз цирк артистары конкурсы (Свердловск ҡ., 1982), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1986) лауреаты. Тыуған ауылында урамға Ғ. исеме бирелгән.
Тәрж. Р.Р.Абдрахманов