Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ГЕОФИЗИКА”

Просмотров: 1235

“ГЕОФИЗИКА” ғилми-производство фирмаһы, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1970 й. “БашНИПИнефть”, “ТатНИПИнефть”, Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга-Урал филиалы (ҡара: Геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү институты) ғилми бүлектәре нигеҙендә Бөтә Союз нефть промыслаһы геофизикаһы ҒТИ булараҡ ойошторола, 1992 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: скважиналарҙы геофизик тикшереү, быраулау, нефть һәм газ сығарыу өсөн аппаратура, технологик ҡорамалдар уйлап табыу, етештереү, уларға метрологик контроль үткәреү һәм сертификациялау; геология-разведка эштәре; скважиналарҙың техник торошон контролдә тотоу; экологик мониторинг; ғилми кадрҙар әҙерләү (ҡара: Геология буйынса белем биреү). “Г.” составы: Бөтә Союз нефть промыслаһы геофизикаһы ҒТИ; скважиналы  геофизик аппаратура з‑ды, сервис һәм 7 инженер-производство үҙәге; “Геофизика” уҡыу-ғилми үҙәге, “Нефтегеофизика” ғилми-производство комплексы (икеһе лә — ЯСЙ), “Геофизприбор” бүлендек пр‑тиелары. 2011 й. 600‑ҙән ашыу кеше эшләгән, ш. иҫ. 100‑ҙән ашыу ғилми хеҙм‑р, уларҙың 17‑һе — фән д‑ры, 54‑е — фән кандидаты. “Г.” эргәһендә 3 һөнәр б‑са аспирантура, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ дисс. яҡлау б‑са совет эшләй. Геофизик техника һәм ҡорамалдар б‑са 300‑ҙән ашыу тәж.-конструкторлыҡ уйлап табыу, скважиналарҙы тикшереүҙең 60 технологияһы эшләнә. Уйлап табыуҙарға 900‑ҙән ашыу авторлыҡ танытмаһы һәм патент алына, 1500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт баҫыла. АҠШ, Белоруссия, Бөйөк Британия, Вьетнам, Германия, Канада, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Төркмәнстан, Франция һ.б. нефть һәм геофизика компаниялары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: И.Г.Жувагин (1970 й. алып), В.В.Лаптев (1988 й. алып), И.Ә.Исхаҡов (2005 й. алып), А.Р.Әдиев (2010 й. алып).

В.В.Лаптев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: