ҒӘЗИЗОВА Гүзәл Мостафа ҡыҙы
ҒӘЗИЗОВА Гүзәл Мостафа ҡыҙы (2.12.1954, Ырымбур ҡ.), цирк артисы, һауа гимнасы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1982). Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) 1997 й. тиклем Мәскәүҙә Рәсәй дәүләт цирк компанияһында (1990 й. тиклем Башҡ. цирк коллективы составында) эшләй. Ю.Х.Ғәзизов м‑н бергә “Тау легендаһы” номерында, ш. уҡ яңғыҙ башҡарылған “Тәрилкәләр менән бейеү”, “Хәнйәр һәм ҡылыстар менән бейеү” номерҙарында сығыш яһай. СССР буйлап һәм сит илдәрҙә (Аргентина, Бельгия, Голландия, Колумбия, Япония һ.б.) гастролдәрҙә була. Бөтә Союз цирк артистары конкурсы (Свердловск ҡ., 1982), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1986) лауреаты.
Илл.: Г.М. һәм Ю.Х. Ғәзизовтар “Тау легендаһы” номерында
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова