Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ ГЕОХИМИК ЭҘЛӘҮ ЫСУЛДАРЫ

Просмотров: 1343

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ ГЕОХИМИК ЭҘЛӘҮ ЫСУЛДАРЫ файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын табыу маҡсатында геосфераларҙа химик элементтарҙың йәки уларҙың тәбиғи берләшмәләренең арауыҡта таралыу законлыҡтарын өйрәнеүгә нигеҙләнә. Геол. эҙләнеү маҡсатында тикшерелгән матдәгә бәйле литохимик, гидрохимик, атмохимик (газ) һәм биогеохимик ысулдар айырыла. Геохимик аномалияларҙы — билдәле типтағы файҙалы ҡаҙылма ятыштары өсөн хас юғары йәки түбән күләмле элемент‑индикаторҙары булған зоналарҙы — табыу һәм баһалау маҡсатында үткәрелә. Артабан уның составын анализлау өсөн билдәле эҙләнеү селтәре б‑са тау тоҡомдары, тупраҡ, һыу, газ һәм үҫемлектәрҙең пробаһын һайлап алыу юлы м‑н тикшеренеү терр‑яһында химик элементтар миҡдарын систематик рәүештә билдәләүҙән ғибәрәт. Файҙалы ҡаҙылмаларҙың элемент‑индикатор миҡдары карталары һәм графиктары төҙөлә, улар б‑са геол., геофизик һ.б. мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алып асыҡланған геохимик аномалиялар баһалана. Мәғдәнле файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләгәндә литохимик ысул (ҡара: Мәғдән ятҡылыҡтары геохимияһы); нефть һәм тәбиғи газ эҙләгәндә — газ, люминесцент‑битуминологик, тупраҡ-геохимик, бактериологик һ.б. ысулдар. киң ҡулланыла. Башҡортостанда Ф.ҡ.г.э.ы. мәғдәнле файҙалы ҡаҙылмаларға, нефткә һәм газға геология-разведка эштәре үткәрелә башланғандан һуң үҫеш ала. Тәүге тапҡыр 1939 й. Учалы р‑нында “тимер эшләпәләр”ҙе тикшергәндә файҙаланыла (А.И.Демчук). В.П.Грунвальд тарафынан Көньяҡ Уралда баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары тирәһендә типоморф комплекстарҙың һәм литохимик ореолдарҙың булыуын раҫлаған ысулдарҙы производствоға индереү өсөн ҙур эш башҡарыла. 1955 й. алып ысулдар геол.‑разведка эштәре комплексына мотлаҡ рәүештә индерелә. 60—90‑сы йй. “Башкиргеология” ААЙ‑ның Үҙәк геохимия партияһы (етәксеһе Г.Н. Засухин) геохимик тикшеренеүҙәргә ғилми-методик етәкселек итә һәм мәғдән ятҡылыҡтарын эҙләү ысулдарын уйлап табыу м‑н шөғөлләнә. 1980—90 йй. икенсел ореолдар б‑са литохимик тикшеренеүҙәрҙең төп күләме (яҡынса 250 мең проба) Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе сиктәрендә үтәлә. 90‑сы йй. башында Ф.ҡ.г.э.ы. комплексына газ-терегөмөш ысулы индерелә (А.А. Пацков). 1:200000 масштаблы прогноз-геохимик карталар төҙөү маҡсатында Башҡ‑н (Көньяҡ) Уралы һәм Башҡортостандың Урал аръяғы буйлап геохимик материалдарҙы дөйөмләштереү башҡарыла, терр‑яларҙың был төбәктәр өсөн традицион булмаған файҙалы ҡаҙылмаларға — вольфрам, иттрий, ерҙә һирәк элементтарға — перспективаһы нигеҙләнә һәм алтынға, хромға, полиметалға перспективалы 18 участка айырыла (Д.Т.Галуткина, Л.А. Логинова һ.б.). “БР‑ҙың геохимик өйрәнелеүе” проекты эшләнә, уның сиктәрендә тәүге тапҡыр беренсел һәм икенсел һибелеү ореолдары б‑са геохимик өйрәнелеүҙең 1:50000 масштаблы контур карталары һәм картограммалары төҙөлә. Башҡортостанда геохимик эштәр үткәреү дәүерендә яҡынса 50 мең км2 терр‑я литогеохимик яҡтан төшөрөлә, ҡаты файҙалы ҡаҙылмаларға 1000‑гә яҡын геохимик аномалия айырыла. Урал аръяғында Ф.ҡ.г.э.ы. ҡуллана башлағандан һуң бер нисә баҡыр колчеданы һәм алтын‑сульфид ятҡылыҡтары (Балтатау, Көнсығыш Семёновка, Майский, Озёрный, Таштау, Юбилейный) һәм Маҡан мәғдән яланында мәғдән есемдәре асыла. Респ. нефть һәм газ ятыштарын эҙләү һәм разведкалауҙың геохимик ысулдары “БашНИПИнефть” ЯСЙ‑ның геохимия лаб. эшләнә. Н.П.Егорова етәкс. палеозойҙың нефтле комплекстары һәм рифейвендтың потенциаль нефтле ҡатламдары геохимик өйрәнелә; нефть һәм газ ятыштарын эҙләүҙең геохимик критерийҙары эшләнә, ш. иҫ. Йылайыр синклинорийында һәм Магнитогорск мегасинклинорийында; ултырма япманың нефтле һәм газлы булыу перспективалары баһалана. Респ. платформалы өлөшөндәге һәм Урал алды бөгөлөндәге палеозой ҡатламдарының нефтле һәм газлы булыуының гидрохимик критерийҙары (ҡара: Нефть һәм газ ятҡылыҡтары һыуы) эшләнә (Б.В.Озолин, Б.И.Лерман һ.б.). Геохимик ысулдар ш. уҡ агрономик мәғдәндәрҙе, тау‑химия сеймалын, төҙөлөш материалдарын һ.б. эҙләүҙә ҡулланыла.

Әҙәб.: Б а р с у к о в В.Л., Г р и г о р я н С.В., О в ч и н н и к о в Л.Н. Геохимические методы поисков рудных месторождений. М., 1981; О в ч и н н и к о в Л.Н. Прикладная геохимия. М., 1990.

Е.В.Лозин, И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: