Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҒДӘН ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ГЕОХИМИЯҺЫ

Просмотров: 1385

МӘҒДӘН ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ГЕОХИМИЯҺЫ, м ә ғ д ә н г е о х и ‑ м и я һ ы, геохимияның мәғдән майҙандарында химик элементтарҙың тупланыуын һәм һибелеүен өйрәнгән бүлеге. Мәғдән ятҡылыҡтары геологияһы, минералогия, петрография, стратиграфия, тектоника һ.б. м‑н бәйле. М.я.г. төп мәсьәләләре: типоморф ятҡылыҡтар комплексы элементтарының миҡдар дәүмәлен (кларктар) иҫәпләү; мәғдәндә һәм мәғдән яны арауығында химик элементтарҙың урынлашыу формаларын билдәләү; мәғдән элементтарының парагенетик ассоциацияларын аныҡлау; ятҡылыҡтарҙың (мәғдән есеме һәм элемент‑индикатор ореолы) геохимик зоналарға бүленеүен, билдәле типтағы мәғдәнләнеү сығанаҡтарын күҙаллау һәм эҙләү ысулдарын (ҡара: Файҙалы ҡаҙылмаларҙы геохимик эҙләү ысулдары) эшләү өсөн кәрәкле булған мәғдән барлыҡҡа килеү шарттарын һәм ятҡылыҡтарҙың башҡа специфик гео‑ химик үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡортостан терр‑яһында колчедан мәғдәне барлыҡҡа килеү процестарын геохимик тикшереү 20 б. башында А.Н.Заварицкий, С.Н.Иванов, Ф.И.Ковалёв һ.б. тарафынан башлана. Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы, Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығы һәм Баймаҡ мәғдән районындағы ҡайһы бер ваҡ сульфид ятҡы‑ лыҡтар мәғдәненең составын 1930— 40 йй. Иванов, Т.Н.Шадлун, С.А.Юшко өйрәнә. 1963 й. Башҡ‑н терр. геол. идаралығында (ҡара: “Башкиргеология”) Үҙәк геохимия партияһын ойоштороу (етәксеһе Г.Н.Засухин) М.я.г. үҙ аллы фәнни йүнәлеш булараҡ үҫтереүгә булышлыҡ итә. Баҡыр колчеданы, баҡыр‑кобальт, алтын‑сульфид һ.б. ятҡылыҡтарҙың мәғдән яны ореолдарының типтары тикшерелә, пириттың минераль концентраттарын һәм монофракцияларын өйрәнеп, тәрәндә ятҡан мәғдәнләнеүҙе асыуҙың геохи‑ мик ысулдары эшләнә (Засухин, Л.А.Логинова, Н.В.Швецов һ.б.). 60‑сы йй. алып Геология институтында һәм “Башкиргеология”ла Көньяҡ Урал колчедан ятҡылыҡтарының минералогияһы һәм геохимияһы, ш. иҫ. айырым элементтар, айырыуса ҡайһы бер һибелмә элементтар геохимияһы (М.И. Исмәғилев, В.П.Москвичёв, М.Ғ.Моталов, Г.Н.Пшеничный һ.б.); никель һәм ультраһелтеле массивтарҙың ашалыу ҡатлауҙары минералогияһы һәм геохимияһы (Ю.Я.Михайлов, И.И.Эдельштейн); Көньяҡ Уралдың колчедан ятҡылыҡтарында терегөмөштөң атмогеохимияһы (И.А.Хәйретдинов) өлкәһендә системалы тикшеренеүҙәр үткәрелә. 60‑сы йй. башлап колчедан ятҡылыҡтарында мәғдән яны гидротермаль‑метасоматик үҙгәрештәрен геохимик тикшереү уҙғарыла; гидротермаль‑метасоматик процестарҙа петроген элементтар миграцияһының төп закондары т‑да мәғлүмәттәр алына (П.В.Аржавитин, Ис‑ мәғилев, В.A.Прокин, Пшеничный, А.К.Тимерғәзина һ.б.). Урал тибындағы колчедан ятҡылыҡтарының геол.- геохимик моделе эшләнә (А.М. Косарев, И.Б.Серавкин); колчедан мәғдәнен барлыҡҡа килтереүҙә металгеник ролен билдәләү өсөн Магнитогорск мегасинклинорийының интрузив, дайка һәм эффузив тоҡом комплекстары тикшерелә.

Әҙәб.: Т у г а р и н о в А.И. Общая геохимия. М., 1973; В о й т к е в и ч Г.В., З а к р у т к и н В.В. Основы геохимии. М., 1976; П е р е л ь м а н А.И. Геохимия. М., 1979. 

И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: