Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕРЦИН ЙЫЙЫРСЫҠЛЫҒЫ

Просмотров: 1184

ГЕРЦИН ЙЫЙЫРСЫҠЛЫҒЫ, варисция йыйырсыҡлығы, варис йыйырсыҡлығы, ер ҡабығының горизонталь ҡыҫылыуы менән бәйле булған һәм йыйырсыҡлы тау системаларын барлыҡҡа килтергән, палеозойҙың икенсе яртыһындағы геологик процестарҙың йыйылмаһы. Уралда Г.й. өҫкө девонда башлана, пермдә бигерәк көслө була, иртә мезозойҙа тамамлана. Тау ҡатламдары көнсығыштан көнбайышҡа күсә, улар йыйырсыҡлана һәм тау рельефы формалаша. Өҙлөклө дислокацияларҙың төп төрҙәре булып ҡаплау шыуҙырмалары һәм шарьяждар тора. Г.й. һөҙөмтәһендә Урал палеоокеаны ҡабығының фрагменттары Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш ҡырына табан йөҙәр км һуҙыла (ҡара: Аллохтон). Рельеф формалашҡан ваҡытта терриген ултырма тоҡомдарҙың ҡалын ҡатламдары менән тулған эре тау араһы һәм тау алды бөгөлдәре барлыҡҡа килә: Йылайыр синклинорийы (иртә һәм урта палеозой), Урал алды бөгөлө (һуң палеозой). Г.й. менән файҙалы ҡаҙылма (нефть, тәбиғи газ, баҡыр, алтын, хром һ.б.) ятыштары барлыҡҡа килеүе бәйле.

  Әҙәб.: К а м а л е т д и н о в М.А. Покровные структуры Урала. М., 1974; Шарьяжно-надвиговая тектоника литосферы. М., 1991.

М.А.Камалетдинов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов




Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.11.2022
Связанные темы рубрикатора: