Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЖЕЛЬ ЯРУСЫ

Просмотров: 1030

ГЖЕЛЬ ЯРУСЫ, карбондың өҫкө бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Ҡасим ярусында ята, әселе ярусы менән ҡапланған. С.Н.Никитин тарафынан айырып күрһәтелә (1890). Гжель а. (Мәскәү өлкәһе) исеменән аталған. Карбонатлы ултырмаларынан тора; ҡалынлығы 25—700 м. Фораминифер, криноидея, бүздәк, брахиопод хас. Добрятин, павлов-посад, ногин һәм мелехов горизонттарына бүленә. Башҡортостандың платформа өлөшөндә Г.я. эзбизташтар һәм доломиттарҙан тора; скважиналарҙағы ҡалынлығы 150 м тиклем. Урал алды бөгөлөнөң күсәр зонаһында һәм Башҡорт мегантиклинорийының көнбайыш битләүендә эзбизташтар, аргиллиттар, мергелдәр һәм доломиттарҙан ғибәрәт; ҡалынлығы 20—50 м. Ҡатламдарҙың иң билдәле сығыштары Мәләүез районы Һирәт утары янындағы Ағиҙел й., Архангел районы Аҫҡын а. янындағы Аҫҡын й., Тирәкле а. янындағы Баҫыу й., Ғафури районы Красноусол а. һәм Табын а. янындағы Тоҙйылға буйында урынлашҡан. Өфө амфитеатрында һәм Йылайыр синклинорийында карбонатлы-терриген тоҡомдарҙан тора; ҡалынлығы 500 м тиклем.

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2022
Связанные темы рубрикатора: