“БАШҠОРТОСТАН ЕГЕТТӘРЕ”, атлы цирк труппаһы
“БАШҠОРТОСТАН ЕГЕТТӘРЕ”, атлы цирк труппаһы. 1973 й. Өфө циркында “Арғымаҡтарға атланған шаян һунарсылар” исеме аҫтында ойошторола, 1981 й. алып “Б.е.” тип атала, 2005 й. эшмәкәрлеген туҡтата. Тәүге сығышы ш. уҡ исемле номер м‑н 1973 й. 7 сент. Өфө циркы аренаһында “Сәскә ат, Башҡортостан!” программаһында үтә. Сценарий авторы һәм реж. — Н.П.Барзилович, трюктарҙы ҡуйыусылар — БАССР-ҙың атҡ. артисы Ю.Г.Гриценко (тәүге художество етәксеһе) һәм М.С.Солтангәрәев (1981 й. алып художество етәксеһе; ҡара: Солтангәрәевтәр). Труппа артистары, милли ат спорты уйындары элементтарын ҡулланып, ат өҫтөндә ҡатмарлы трюктар һәм вольтижировка башҡара. Тәүге составта М.Ю.Гриценко, С.Ғ.Кирәев, Р.Ә.Ҡыҙырғәлиев, Солтангәрәев, Шакировтар сығыш яһай. 80‑се йй. труппаға С.Ф.Йәрмөхәмәтов (ҡара: Йәрмөхәмәтовтар), У.С. Солтангәрәев, Р.Р.Солтангәрәева, Г.В.Суанов, П.М.Терсенев ҡушыла, 90‑сы йй. — А.Й.Ильясов, И.М.Солтангәрәев, И.В.Шәймөхәмәтов, 2000‑се йй. — Б.Б.Арчаков, Р.Ф.Ғәлимов, Р.Р. Шакиров. “Б.е.” труппаһы Рәсәй һәм донъяның 20 иле буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Бельгия Король циркының “Оскар” (Брюссель, 1995), Ғ.Сәләм ис. (1986) пр. лауреаты.
Ф.Ф.Ғәбитов
Тәрж. Ю.Ғ.Кәримов