Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАГИН Владимир Геннадьевич

Просмотров: 1431

ВАГИН Владимир Геннадьевич (27.9.1945, Чита ҡ. — 15.7.2016, Өфө), тренер. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2004), СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1971). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2004). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1994). 1968—70 йй. “Локомотив” ДСО‑һы, 1971—75 йй. “Спартак” ДСО‑һы (тренеры Б.М.Мосиевич) өсөн сығыш яһай. РСФСР чемпионаттарында өсбәйгелә РСФСР чемп. (1972), икебәйгелә көмөш (1973—74) һәм өсбәйгелә бронза (1970) призёры, ырғымда РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1971). 1968 й. алып “Локомотив” ДСО‑һы, 1971 й. — “Спартак” ДСО‑һы, 1980 й. — ауыр атлетика б‑са респ. СДЮСШОР‑ы, 1990 й. — БР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, 1993 й. башлап 15‑се СДЮСШОР тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.С.Мәүлитова, Э.А.Тюкин, Э.Р.Фәйзуллина, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры А.М.Сәйәхов, ш. уҡ 10 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән (2006).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: