Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОКЗАЛДАР

Просмотров: 1820

ВОКЗАЛДАР, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү, транспорт хәрәкәте м‑н идара итеү һәм эшсе персоналды урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән биналар йәки ҡоролмалар һәм яйланмалар комплексы. В. составына операциялар (кассалар залы, багаж бүлеге, белешмәләр бюроһы һ.б.), көтөү (көтөү залдары, ял бүлмәләре, ресторандар, кафелар, сауҙа киоскылары һ.б.) һәм хеҙмәт‑техник зоналары, ш. уҡ пассажирҙарҙы ултыртыу һәм төшөрөү өсөн платформалар инә. Транспорт төрҙәре б‑са — авто‑ һәм аэровокзалдар, т. юл һәм йылға В., магистралдәге урыны б‑са — һуңғы, үҙәк, аралыҡтағы, транзит, пассажирҙарҙың күпселек категориялары б‑са алыҫ, урындағы, ҡала яны, ҡала‑ара һ.б. В. була.

Автовокзалдар, автобус линияларының туҡталыш пункттарында халыҡ‑ара, өлкә‑ара, ҡала‑ара һәм ҡала яны автобус пассажирҙарын хеҙмәтләндерәләр. 1929 й. Өфөлә ҡала‑ара рейстарға билеттар һатыу б‑са респ. тәүге касса асыла, 1937 й. тәүге автовокзал төҙөлә һәм Белорет, Ырымбур ҡҡ. һәм Дүртөйлө, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мәләүез, Саҡмағош, Яңауыл район үҙәктәре м‑н автобус бәйләнеше булдырыла. 1968 й. автовокзалдың яңы бинаһы һалына (1992 й. алып Көньяҡ автовокзал), 1992 й. Төньяҡ автовокзал төҙөлә. Респ. 19 автовокзал [2010; ш. иҫ. Бәләбәй (1988 й. төҙөлгән), Дүртөйлө (1970), Күмертау (1963), Нефтекама (1967), Октябрьский (1962), Салауат (1972), Стәрлетамаҡ (1974), Учалы (1973) ҡҡ.] иҫәпләнә. Шулай уҡ ҡара: Башҡортостан автовокзалдар һәм пассажирҙар автостанциялары производство берекмәһе.

Аэровокзалдар, аэропорттарҙа һауа транспорты пассажирҙарын хеҙмәтләндерәләр. 50‑се йй. башында Өфөлә респ. тәүге аэровокзал төҙөлә, уның бер ҡатлы бинаһы — пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн, ике ҡатлыһы метеохеҙмәттең, медпункттың, ҡунаҡхананың һ.б. эшсе‑техник персоналы өсөн тәғәйенләнә. 1965 й. Өфөнән көньяҡҡа табан 30 км алыҫлыҡта яңы аэровокзал эшләй башлай (ҡара: “Өфө”), унда халыҡ‑ара рейстарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 1994 й. таможня посы ҡуйыла һәм сик контроле бүлеге, 2001 й. халыҡ‑ара терминал асыла. 1960—90 йй. респ. 10 аэровокзал (ш. иҫ. Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Сибай ҡҡ.) эшләй.

Тимер юл В., тимер юл транспортыныңтуҡталыш пункттарында алыҫ ара һәм ҡала яны поездары пассажирҙарын хеҙмәтләндерәләр. Тәүге т. юл В. Өфөлә 1888 й. төҙөлә (ҡара: Өфө тимер юл вокзалы). 1970 й. В. яңы бинаһы төҙөлә, ул илдең ҙур В. иҫәбенә ҡарай (бер юлы 2600 пассажирҙы һыйҙыра). Респ. терр‑яһында т. юл селтәре үҫеүгә бәйле, Аксаков (1889 й. нигеҙләнгән), Белорет (1963), Бүздәк (1988), Ишембай (1972), Күмертау (1950), Мәләүез (2000), Приют (1959), Раевка (1891), Салауат (1956), Сибай (1954), Стәрлетамаҡ (1960), Туймазы (1952), Учалы (1959), Шишмә (1892), Яңауыл (2000) т. юл ст. В. төҙөлә һәм эшләй. Шулай уҡ ҡара: Тимер юлдар.

Йылға В., йылға порттарында пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәләр (ҡара: Башҡортостан йылға пароходсылығы). Башҡортостанда тәүге йылға В. Өфө (19 б. 60‑сы йй.) һәм Бөрө (1873) ҡҡ. барлыҡҡа килә. Өфөнөң йылға В. Сафронов пристанендә (1958 й. алып Өфө йылға порты) төҙөлә һәм ул ябай ағас ҡоролма була; 20 б. 30‑сы йй. башында бер ҡатлы ағас бина төҙөлә. 60‑сы йй. башлап респ. бөтә эре пристандәрендә (ш. иҫ. Бөрө, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ., Дүртөйлө ҡасабаһы, Кушнаренко, Табын аа.) йылға В. функцияһын дебаркадерҙар үтәй. 1977 й. алып Өфөнөң йылға В. “Дуҫлыҡ монументы” причалында урынлаша; дебаркадер урынына навигация осорона ҡуйылыусы теплоход файҙаланыла. Шулай уҡ ҡара: Йылға транспорты

Е.Г.Андреева, А.Н.Безденежных, В.Л.Круль, Н.Ғ.Ризуанов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019