Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛОДИН Григорий Симонович

Просмотров: 586

ВОЛОДИН Григорий Симонович (6.8. 1919, Һарытау губ. Петровск ҡ. — 19.3.1981, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлаған (1961). 1935 й. алып — Баҡы нефть промыслаларында, 1939 й. башлап “Ишимбайнефть” тресында (өлкән инженер, бүлек нач.) эшләй. 1946 й. алып Өфөлә: “Башнефтезаводстрой” тресы идарасыһы урынбаҫары; 1949 й. — Иретеп йәбештереү‑монтаж тресының 74‑се төҙөлөш- монтаж идаралығы нач. урынбаҫары, 1951 й. — нач.; 1952 й. башлап Өфө— Силәбе бензин үткәргесе идаралығы нач.; 1953 й. — “Нефтепроводмонтаж” тресының бүлек нач., 1964— 66 йй. һәм 1968 й. алып ошо трестың етештереү б‑са идарасыһы урынбаҫары; 1971—79 йй. БАССР-ҙың Төҙөлөш б‑са баш идаралығы нач. 1‑се урынбаҫары. 1966—68 йй. Афғанстанда газ үткәргес төҙөлөшө нач. булып эшләй. Бохара—Урал газ үткәргесенең Амударъя й. аша вантлы үткәүел проектын эшләүҙә һәм төҙөүҙә ҡатнаша (1972). СССР МС‑ы пр. лауреаты (1972). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1964), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. 

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019