Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ВОСТОКНЕФТЕПРОВОДСТРОЙ”

Просмотров: 906

“ВОСТОКНЕФТЕПРОВОДСТРОЙ”, ААЙ. Магистраль үткәргес торбалар, компрессорлы һәм нефть ҡыуыусы станциялар, нефть резервуарҙары һ.б. төҙөү һәм монтажлау эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. “В.” составына Дәүләкән кирбес заводы инә. 2010 й. 1060 кеше эшләгән.

1947 й. Туймазы—Өфө нефть үткәргесен төҙөү идаралығы (1946 й. асылған) базаһында “В.” союз төҙөлөш- монтаж тресы булараҡ ойошторола, 1994 й. хәҙ. статусын ала, 2005 й. “В.” составына 5‑се төҙөлөш идаралығы (Туймазы р‑ны Собханғол а., 1966 й. нигеҙләнгән), 4‑се ер ҡаҙыу эштәре (1947), 6‑сы монтаж эштәре (1972) махсус идаралыҡтары, автотранспорт пр‑тиеһы (1950; бөтәһе лә — Өфө) ингән. 2006 й. ҡарата “В.” тарафынан Туймазы—Өфө, Усть- Балык—Ҡурған—Өфө—Әлмәт, Бохара—Урал, Урта Азия—Үҙәк, Уренгой—Үҙәк һ.б. үткәргес торбалары (80,1 мең км ашыу, ш. иҫ. 11,7 мең км БР терр‑яһында), 80 нефть ҡыуыу, 20 газ компрессоры ст., 2,5 млрд м3 күләмле нефть резервуарҙары, 40‑тан ашыу торама пункт төҙөлә; 682 мең м2 торлаҡ (ш. иҫ. 412 мең БР‑ҙа) файҙаланыуға тапшырыла һ.б. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1964). “В.” м‑н Б.Ф.Бобрик, В.Г.Большаков, И.Г.Ғәзиев, Р.Ә.Ғәлләмов, Ф.Ш.Мәхмүтов, Ғ.Х.Нафиҡов, Ә.Х.Һунаршин, К.Ш.Хәбиров, А.Н.Хәлиуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

 

Ғ.Ғ.Фәрхетдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019