Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАСИЛЕВСКИЙ Андрей Леонидович

Просмотров: 1459

ВАСИЛЕВСКИЙ Андрей Леонидович (21.7.1966, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2015).  БДУ‑ны тамамлаған (1991). Салауат Юлаев СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — В.И.Воробьёв). Салауат Юлаев хоккей клубы өсөн уйнай (1983—89, 1999—2001). Сурдлимпия уйындарының көмөш (2003) һәм бронза (2007) призёры. Үҫмерҙәр араһында СССР (1983), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1981) чемпионы, СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1982). Ветерандар араһында донъя чемпионы (2004), ишетеү буйынса инвалид-спортсылар араһында Европа чемпионы (2004). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2002—07). 2005 й. алып “Салауат Юлаев” спорт мәктәбе тренеры, бер үк ваҡытта 2010 й. башлап “Толпар” йәштәр командаһы (Өфө ҡ.) тренеры һәм 2010—16 йй. Рәсәйҙең сурдлимпия йыйылма командаһының өлкән тренеры. “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2021), Салауат Юлаев (2015) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.03.2023