“ВОСХОД”, икмәк берекмәһе
973
“ВОСХОД”, Ө ф ө и к м ә к б е р е к м ә һ е, АЙ. “В.” составына 8‑се (1956 й. ойошторолған), 2‑се (1962), 5‑се (1989) икмәк заводтары, фирма магазиндары селтәре инә. Берекмә 50‑нән ашыу төр икмәк‑булка һәм 100‑гә яҡын төр кондитер ризыҡтары эшләп сығара. 2010 й. 1650 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1941 й. 5 икмәкхана һәм 4‑се икмәк заводы (1962 й. ябыла) базаһында 1‑се Өфө икмәк комбинаты булараҡ нигеҙ һалына, 1997 й. ААЙ, 2004 й. башлап хәҙер исемен йөрөтә. 2002 й. алып “Себер икмәк корпорацияһы” ААЙ составына инә.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: