Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАСИЛЬЕВ Дмитрий Викторович

Просмотров: 1225

ВАСИЛЬЕВ Дмитрий Викторович (26.12.1979, Өфө ҡ.), спортсы. Трамплиндан саңғыла һикереү буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Урал физик культура академияһын тамамлаған (2002). Трамплиндан саңғыла һикереү буйынса һәм саңғы буйынса икебәйге СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренерҙары Р.Р.Абраров, А.М.Ҡурамшин). Күп тапҡыр Рәсәй чемпионы (2001—06, 2012, 2015, 2017), Рәсәй кубоктарын яулаусы (1998, 2001—02), Донъя кубоктары этаптарының көмөш (2001; 2 тапҡыр, 2009; 2012) һәм бронза (8 тапҡыр, 2007—09, 2012) призёры, Австрияла халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе (Инсбрук ҡ., 1999). Команда зачётында Бөтә донъя универсиадаһының бронза призёры (1999). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2006, 2014). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998—2020). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.01.2023