Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГӘРӘЕВ Рәүис Ғиниәт улы

Просмотров: 938

ГӘРӘЕВ Рәүис Ғиниәт улы (24.4.1949, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Түб. Зәйет а. — 3.6.2005, Ҡазан), агроном. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2000), а.х. ф. д‑ры (1998). ТР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1995). БАХИ‑ны тамамлаған (1972). 1970—72 йй. Шаран р‑нында “Ыҡ” к‑зының баш иҡтисадсыһы. 1973 й. алып ТР‑ҙа эшләй: 1979 й. башлап КПСС‑тың Тәтеш район ком‑тының бүлек мөдире, секретары, 1985 й. — а.х. министрының 1-се урынбаҫары, 1986 й. — “Татрапс” производство-ғилми берекмәһенең ген. дир., 1996 й. — Татарстан а.х. ҒТИ директоры (икеһе лә – Ҡазан). Фәнни тикшеренеүҙәре РФ шарттарында рапс үҫтереү технологияһының ғилми‑етештереү нигеҙҙәрен булдырыу мәсьәләләренә арналған. Г. рапс үҫтереүҙең һәм унан мал аҙығы етештереүҙең ресурс һаҡлаусы технологияларын эшләгән, улар ТР, БР һәм РФ‑тың башҡа төбәк хужалыҡтарына индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. “Татарстан баҫыуы” (“Нива Татарстана”) ж. баш мөхәррире (1998—2004). ТР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1997).

Хеҙм.: Рапс в системе мирового сельского хозяйства. Казань, 1997; Методологические подходы и опыт организации деятельности научного учреждения в современных условиях. Казань, 2000.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019