Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕРЕФОРД ТОҠОМО

Просмотров: 976

ГЕРЕФОРД ТОҠОМО, һыйыр малының ит йүнәлешле тоҡомо. 18 б. аҙ. Англияла көтөүлектә оҙайлы ваҡыт аҫрау шарттарында урындағы малды һайлап алыу һәм иш һайлау ысулы м‑н сығарыла. Рәсәйгә Г.т. мал тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. аҙ. индерелә. Урындағы ҡаҙаҡ һәм ҡалмыҡ малдарын Г.т. м‑н ҡасырыу аша аҡ башлы ҡаҙаҡ тоҡомо сығарыла. Башҡортостанға Г.т. мал 30‑сы йй. башында ҡатнаш тоҡомдоң ит биреүен арттырыу маҡсатында бестужев тоҡомло, симменталь тоҡомло, ҡара-сыбар тоҡомло малдарҙы ҡасырыу өсөн индерелә. Киң һәм ҙур, мискә һымаҡ кәүҙәле мал, муйын аҫты ныҡ сығып тора, мускулдары көслө. Төҫө ҡуйы ҡыҙыл. Башы, муйын аҫты, кәүҙәһенең һәм аяҡтарының аҫҡы өлөшө аҡ төҫтә.   Үгеҙҙәрҙең тере ауырлығы 900—1000 кг, һыйырҙарҙыҡы — 520—620 кг. Иттең сығышы 62—65%. Мал тыныс холҡо, тиҙ өлгөрөүсәнлеге, төрлө тәбиғәт шарттарына яҡшы яраҡлашыуы м‑н айырылып тора. БР‑ҙа Г.т. малдың һаны 1000 баштан ашыу (2010). Г.т. ҡатнаш һәм саф тоҡомло малдарҙың продуктив сифаттарын өйрәнеү Ауыл хужалығы институтында (В.П.Горяминский, Р.С.Ғиззәтуллин, Ғ.Ш.Ҡорбанғәлиев, Н.Г.Фенченко, Ә.В.Хәмиҙуллин), Аграр университетта (Н.Я.Ҡотдосов, Г.Н.Пырялин) алып барыла.

Әҙәб.: Кутдусов Н.Я. Резервы увеличения производства говядины в Башкирии. Уфа, 1984; Фенченко Н.Г., Кутлин Н.Г., Швынденков В.А. Резервы увеличения производства и улучшения качества говядины. Уфа, 1999.

В.П.Горяминский, Ә.В.Хәмиҙуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019