Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИНИӘТУЛЛИН Марат Ғиндулла улы

Просмотров: 1352

ҒИНИӘТУЛЛИН Марат Ғиндулла улы (8.3.1953, Үзбәк ССР‑ының Балыҡсы а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1999), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2005). БАХИ‑ны тамамлаған (1975). 1976 й. алып Нуриман р‑нында: а.х. идаралығында зоотехник‑умартасы, 1977 й. башлап ВЛКСМ‑дың район ком‑ты секретары. 1979 й. алып Умартасылыҡ ҒТИ‑нда; 1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р (Рыбное ҡ.). 1988 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта (1989—91 йй. умартасылыҡ һәм зоология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге умартасылыҡ продукцияһы етештереүҙең интенсив технологияларын тикшереүгә бәйле. Ғ. бал ҡорто ағыуын алғанда импульслы электр тогын, инә ҡорт һөтө бүленеүен көсәйткән биоспон һәм риал препараттарын ҡулланыуҙы өйрәнә; Башҡортостан һәм Ҡара тупраҡһыҙ район шарттарында бал ҡорто ғаиләләрен күсмә павильондарҙа тотоу технологияһын уйлап таба. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Хозяйственно‑полезные признаки медоносных пчёл при использовании гомогената трутневого расплода. Уфа, 2012 (авторҙ.); Практикум по биологии пчелиной семьи. Уфа, 2012 (авторҙ.); Пчеловодство Башкортостана: в 2 ч. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: