Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЛАДКОВ Александр Тимофеевич

Просмотров: 928

ГЛАДКОВ Александр Тимофеевич (19.7.1899, Борисоглебск ҡ. — 20.9.1968, Өфө), агроном. А.х. ф. д‑ры (1962), проф. (1963). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1963). Практик а.х. ин‑тын (Борисоглебск, 1921) һәм К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. (1925) тамамлаған. 1925 й. алып Аксёнов а.х. техникумы дир., 1927 й. — Миловка а.х. техникумының уҡытыу-баҫыу эштәре хужалығы мөдире; 1934 й. башлап мал аҙығы культуралары кабинеты мөдире, 1950—68 йй. БАХИ‑ның мал аҙығы һәм техник культуралары каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре картуфтың биол. үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Г. респ. бөтә ауыл хужалығы зоналары өсөн картуф агротехникаһы б‑са тәҡдимдәр эшләй. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1953).

Хеҙм.: Агротехника картофеля в Башкирии. Уфа, 1950; Семеноводство картофеля в Башкирии. Уфа, 1960.

С.Н.Надежкин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: