Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЗИЕВ Иҙрис Мөҙәрис улы

Просмотров: 1271

ҒӘЗИЕВ Иҙрис Мөҙәрис улы (21.4.1960, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Ҡорманай а.), йырсы (тенор). Сәнғәт фәндәре кандидаты (2009). РФ‑тың атҡаҙанған (1999), БР‑ҙың (1993) һәм ТР‑ҙың (2002) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1989) артисы, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). ӨДСИ‑не (1986; М.Ғ.Мортазина класы), Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу институтын (Мәскәү ҡ., 1996; Н.И.Кузнецов курсы) тамамлаған. 1986—2010 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 2001 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта. Киң диапазонлы, йылы, яғымлы тембрлы, айырыуса үрге регистрҙа тәьҫирле яңғыраған йомшаҡ тауышҡа эйә. Ғ. башҡарыу сәнғәте юғары вокал техникаһы, сағыу артистизм, дәртлелек менән айырылып тора. Йырсының концерт репертуарында сит ил (Г.Ф.Гендель, К.Дебюсси, Д.Каччини, Ф.Шуберт, Р.Шуман), урыҫ (М.И.Глинка, С.В.Рахманинов, Н.А.Римский-Корсаков, П.И.Чайковский) композиторҙарының вокаль музыкаһы, башҡ., татар һәм урыҫ авторҙарының әҫәрҙәре. Башҡ. (“Ашҡаҙар”, “Бейеш”, “Ғайса ахун”, “Зөлхизә”, “Һандуғас”, “Эскадрон” һ.б.) һәм татар (“Зөбәржәт”, “Урман”, “Таһир менән Зөһрә”, “Әллүки” һ.б.) халыҡ йырҙарын оҫта интерпретациялай. М.Х.Әхмәтовтың 3‑сө «“Урал батыр” башҡорт эпосын уҡығас» («По прочтении башкирского эпоса “Урал‑батыр”») һәм 4‑се “Реквием—оҙон көй” (“Реквием—узун‑кюй”) симфонияларында тенор, С.Ә.Низаметдиновтың “Мөхәббәт йондоҙо” (“Звезда любви”) рок-операһында Егет партияларын, А.З.Монасиповтың “Туҡай ритмдарында” (“В ритмах Тукая”; 2‑се редакция) вокаль‑симфоник поэмаһын, Р.Ю.Абязовтың “Йырға әйләнгән...” (“Превратившийся в песню...”) триптихын, Н.Ә.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, А.Т.Кәримов, Р.Ғ.Ҡасимов, Низаметдинов, Р.М.Хәсәнов, Д.Д.Хәсәншин һ.б. йырҙарын һәм романстарын тәүге башҡарыусы. Рәсәй һәм сит илдәр (Австрия, Германия, Нидерланд, Финляндия, Франция һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Екатеринбург ҡ. БР мәҙәниәте көндәрендә (1989), Мәскәү ҡ. БР көндәрендә (1997), Парижда (2001), Ҡаҙағстанда (Астана, 2004), Австрияла (Баден ҡ., 2005), Белоруссияла (Минск ҡ., 2005) Рәсәй көндәрендә ҡатнаша. “Сыңғыҙхан” ижади төркөмө менән берлектә Өфө, Мәскәү, Истанбул (Төркиә) ҡҡ. күрһәтелгән (1998) “Зәңгәр күктә һабан турғайы” (“Жаворонок в кобальте неба”) художестволы-музыкаль проекты авторы. Башҡ. ТВ‑нда (Өфө) татар халыҡ йырҙары тураһындағы “Оло юлдың туҙаны” (1998—2000; татарса) тапшырыуҙар циклы, татар ТВ‑нда ТР сәнғәт әһелдәре тураһындағы “Иҙрис Ғәзиев тәҡдим итә” (2001 й. алып; татарса) телевизион музыкаль фильмдар авторы һәм алып барыусыһы.

Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Республика йәш йырсылар конкурсы (Өфө ҡ., 1980), “Сочи—84” Бөтә Рәсәй совет йырҙарын башҡарыусылар конкурсы, “Татар йыры” Бөтә Союз конкурсы (Ҡазан ҡ., 1989), “Балтика йыры” Халыҡ-ара эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Карлсхамн ҡ., Швеция, 1998), “Һандуғас” Төбәк йыр фестивале (Ҡазан ҡ., 1999, 2000) һ.б. лауреаты. БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (1998), Ғ.Сәләм исемендәге премия (1990) лауреаты. Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнгән (2021).

Әҙәб.: Фәткуллин Ф.М. Баш очымда кош сайрады. Уфа, 1999.

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

П.: И.М.Ғәзиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.09.2022
Шәхестәр: