Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОСТРИКОВ Руслан Николаевич

Просмотров: 1463

ВОСТРИКОВ Руслан Николаевич  (10.10.1979, Ливны ҡ.), спортсы. Пауэрлифтинг  б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара  класлы спорт мастеры (1998). БДМУ‑ны  тамамлаған (2005). СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе  (Ливны; тренеры Н.Я.Мишин),  1999—2005 йй. Юғары спорт  оҫталығы мәктәбе өсөн (тренеры  Б.И.Шейко), бер үк ваҡытта 1999—  2008 йй. Уҡыукүнекмәләр үҙәге  №464, 2005—07 йй. 20‑се ДЮСШ  өсөн (Өфө; тренерҙары Н.А.Асабин,  С.Я.Мор) сығыш яһай. Рәсәй кубоктарының  көмөш призёры (2003, 2005),  Рәсәй чемпионаттарының (1999, 2001,  2003, 2005—06) һәм Рәсәй кубоктарының  (1997— 98) бронза призёры.  Үҫмер спортсылар араһында донъя  (2001) һәм Европа (2000—01) чемп.,  Европа беренселегенең көмөш призёры  (1999). Ирҙәр араһында стан тартымында  Рәсәй рекордсыһы (2006).  Үҫмерҙәр араһында 75 кг тиклемге  ауырлыҡ категорияһында донъя (3 тапҡыр,  2001) һәм Европа (6 тапҡыр,  2000—01) рекордсыһы. 2011 й. алып  Рәсәйҙең ауыр атлетика б‑са йыйылма  командаһының (23 йәшкә тиклемге  ҡыҙҙар) спорт табибы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019