“ВОСХОД”, ял базаһы
1238
“ВОСХОД”, ял базаһы, ЯСЙ. Өфө р‑нында, Өфөнән көньяҡ‑көнбайышҡа табан 35 км алыҫлыҡта Дим й. ярында урынлашҡан. 1981 й. “Баштур” ЯАЙ составында бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге турбаза булараҡ асыла, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Бөтә уңайлыҡтары булған 3, 4 урынлы номерҙар м‑н 3 ҡатлы корпусы, бассейны (20*6 м), спорт (30*15 м), бильярд һәм концерт залдары, 2 конференц-залы (119 һәм 50 урын), спорт һәм бейеү майҙансыҡтары, саунаһы, ашханаһы һ.б. бар; 110 урынға иҫәпләнгән (2012). Йыл әйләнәһенә эшләй. Йәйге осорҙа балалар һауыҡтырыу үҙәге ойошторола.
В.И.Чаругин
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: